

Баҡсаһында кишер үҫтермәгән кеше һирәктер. Аш-һыу әҙерләгәндә лә унһыҙ булмай кеүек. Салаттарҙан башлап, нимә генә бешерһәк тә кишер ҡушабыҙ. Тәмле лә, файҙалы ла, ялҡытмай ҙа.
Европала кишер XIV быуаттан киң таралыу ала. Ул ваҡытта аш-һыу әҙерләгәндә уның һабағын файҙаланғандар. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, кишерҙең япрағында С витамины әфлисунға ҡарағанда күберәк.
Рәсәйҙә был татлы тамырҙы XVI – XVII быуатта үҫтерә башлайҙар. Ил ғибәҙәтханаларында кишер һуты менән күп ауырыуҙы дауалағандар. Һаулыҡты нығытыу өсөн кишерҙе балға ҡушып ашағандар. Уны хатта балға һалып һаҡлағандар.
Кишер, витамин сығанағы булараҡ, сей килеш ныҡ файҙалы. Башҡа йәшелсәләр менән сағыштырғанда, унда каротин – А витаминының провитамины күп. Ул организмда А витаминына әүерелә. Организмға бер тәүлеккә етерлек А витамины алыу өсөн бер бәләкәй генә кишер ашау ҙа етә. Кишерҙә шулай уҡ С, Д, Е, К, Н, РР һәм В төркөмө витаминдары бар. Бынан тыш, унда шәкәр, аҡһымдар, күҙәнәклек, пектин, флавоноидтар, кумариндар, физиологик актив матдәләр, калий, кальций, тимер, фосфор, йод, цинк, селен һәм башҡа микро- һәм макроэлементтар булыуы асыҡланған.
Кишер туҡлыҡлы үҙенсәлектәре менән генә түгел, дауалау үҙенсәлектәре менән дә баһалана. Гиппократ уны, айырыуса күҙ ауырыуҙарынан файҙалы, тип иҫәпләгән. Гректар уға зәйтүн майы ҡушып ашаған. Зәйтүн майы кишерҙән ҡыҙғылт-һары төҫкә ингән. Әйткәндәй, бындай май ашҡаҙан ауырыуҙарынан ярҙам итә.
Кишер каротинға бай, тинек. Ә улар матдәләр алмашыныуын көйләй, физик һәм аҡыл үҫешен тәьмин итә, организмдың һаҡланыу көсөн күтәрә, тире яман шешен бик яҡшы иҫкәртеү сараһы һанала. Кишерҙәге каротиндар антиоксидант булып тора. Туҡланыу рационында уларҙың булыуы атеросклерозды, яман шештәрҙе, организмдың иртә ҡартайын иҫкәртеү өсөн мөһим.
Кишер аш эшкәртеүҙе яҡшырта, яраларҙың тиҙерәк бөтәшеүенә булышлыҡ итә, бөйөрҙәрҙәге ҡомдо сығара, бала имеҙеүсе ҡатындарҙың түшенә һөт төшөүгә булышлыҡ итә. Кишер һуты аҙ ҡанлылыҡтан һәм хәлһеҙлектән дөйөм һаулыҡты нығытыу, инфаркт миокарды кисергән кешеләргә тәүге көндәрҙә йөрәк эшмәкәрлеген көйләү сараһы булараҡ ҡулланыла.
Кишер менән кишер һуты минералдар алмашыныуға бәйле ауырыуҙарҙы (полиартрит, остеохондроз, үт ҡыуығы һәм таш ауырыуҙары һ.б.) дауалауҙа ла ҙур ярҙам күрһәтеүе ихтимал. Ундағы йод май алмашыныуын көйләп, һимереүгә юл ҡуймай, ә күҙәнәклеге организмдан артыҡ холестеринды сығара.
Кишер еңелсә эс йомшартыу һәм бәүел ҡыуҙырыу сараһы булараҡ та ҡуланыла.
Ҡыҫҡаһы, ҡайһы яҡтан ғына алһаҡ та кишер – беҙҙең дуҫ.
Халыҡ рецептары