

Ҡан тамырҙарының һығылмалылығы өсөн бер балғалаҡ лимон һутына бер балғалаҡ бал һәм көнбағыш майы ҡушып, ас ҡарынға эсергә. Дауаланыу курсы – 10 көн.
Йәки ярты лимон һутына бер ҡалаҡ бал ҡушып, шуны ¾ стакан ҡайнаған йылымыс һыуға ҡушып иҙергә һәм йоҡлар алдынан эсергә. Дауаланыу курсы – 10 көн.
Ҡан тамырҙарын таҙартыу өсөн ике лимонды ит үткәргес аша үткәреп, ике ҡалаҡ бал ҡушырға һәм яҡшы итеп бутап, быяла банкаға һалырға. Бер тәүлек тотҡандан һуң, көнөнә ике-өс ҡалаҡ сәйгә ҡушып ашарға.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.