Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2023, 10:51

Туҡмалған ҡыҙ быға тиклем дә синыфташтары тарафынан йәберләнгән булыуы ихтимал

Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй ауылында мәктәпте прокуратура тикшерә башлаған.

Туҡмалған ҡыҙ быға тиклем дә синыфташтары тарафынан йәберләнгән булыуы ихтималТуҡмалған ҡыҙ быға тиклем дә синыфташтары тарафынан йәберләнгән булыуы ихтимал
Туҡмалған ҡыҙ быға тиклем дә синыфташтары тарафынан йәберләнгән булыуы ихтимал

Күҙәтеү ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре уҡыусы ҡыҙҙың ниндәй шарттарҙа зыян күреүен асыҡлай. Хәҙер ҡыҙ Республика балалар клиник дауаханаһында ята, уның хәлен медиктар уртаса ауырлыҡта тип баһалай.

Мәктәп директоры, үҙ сиратында, киң мәғлүмәт сараларының һәм социаль селтәрҙәрҙең ялған хәбәр таратыуына һәм "мәктәптең абруйын төшөрөүенә" ризаһыҙлыҡ белдерә.

Туҡмалған ҡыҙҙың әсәһе әйтеүенсә, бәлки, был туҡмалыуҙың беренсе осрағы түгелдер. Был турала "Дөрөҫөн әйткәндә" каналы хәбәр итә. Әммә элек әсә тауыш күтәрергә ҡурҡа. Балаһы реанимацияға барып эләккәс кенә, ҡыҙын йәберләүселәрҙе яуапҡа тарттырырға хәл иткән.

Ҡыҙыҡай тиҙерәк һауығып, уның тән һәм күңел яралары тулыһынса уңалһын инде! Бынан ары тик яҡшы кешеләр осраһын уға! Барыбыҙҙың да балаҡайҙары һау-сәләмәт, бәхетле үҫһен!

Фото: "Дөрөҫөн әйткәндә" телеканалы.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас