

Йыл башынан республикала янғындарҙа 190 кешенең ғүмере өҙөлгән, уларҙың 36 проценты ут менән һаҡһыҙ эш итеү, шул иҫәптән тәмәке тартыу арҡаһында һәләк булған.
Тәмәке тартыуҙың фажиғәле эҙемтәләре, кеше иҫерек булһа, бер нисә тапҡырға арта. Ятҡан килеш тәмәке тартыу бик ҡурҡыныс.
Һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө - оло хәүеф сығанағы. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.