Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октября 2023, 12:12

"Үлем менән сауҙа итеүселәрҙең ҡайҙалығын хәбәр ит!" акцияһы

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акцияның икенсе этабы башланды.

Добавить в предпочтительные источники Google
"Үлем менән сауҙа итеүселәрҙең ҡайҙалығын хәбәр ит!" акцияһы"Үлем менән сауҙа итеүселәрҙең ҡайҙалығын хәбәр ит!" акцияһы
"Үлем менән сауҙа итеүселәрҙең ҡайҙалығын хәбәр ит!" акцияһы

Әгәр һеҙ наркотиктарҙың таралыуына һәм ҡулланылыуына шаһит булһағыҙ, тыйылған матдәләрҙең рекламаһын күрһәгеҙ - был хаҡта хәбәр итегеҙ!

Республика Эске эштәр министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән ышаныс телефонына (8(347) 279-32-92) шылтыратырға йәки БР буйынса Эске эштәр министрлығының рәсми сайтында (www.02.мвд.рф) "Наркотиктар юҡ" тигән өҫтәмәһендә яҙырға мөмкин.

Сара 29 октябргә тиклем дауам итә.

Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова