Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октября 2023, 08:30

Кешегә ташланған айыу юҡ ителгән

Бөгөн Ишембай районында бер ҡатынға айыу һөжүм итеүе тураһында яҙғайныҡ. Республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының һунарсы-инспекторҙары йыртҡысты тотҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кешегә ташланған айыу юҡ ителгәнКешегә ташланған айыу юҡ ителгән
Кешегә ташланған айыу юҡ ителгән

Ишембай районының Петровское ауылында ҡатынды ауыр яралаған айыу балалары менән ауыл буйлап йөрөгән. Был осраҡта ул бик ҡурҡыныс. Шуға ла "урман батшаһы"н атырға ҡарар ителгән. Айыу балалары иһә бер аҙға "Ишембай район-ҡала һунарсы һәм балыҡсылар ойошмаһы"на тапшырыласаҡ.

Фото: пресс-служба минэкологии РБ.

 

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова