Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2023, 15:18

"Күпер" кешеләрҙе интектереү үҙәге булған

Стәрлетамаҡ ҡала суды енәйәт төркөмөнөң 11 ағзаһына ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы. Ролдәре һәм ҡатнашыу дәрәжәһенә ҡарап, уларҙы кеше урлауҙа, кешене законһыҙ рәүештә азатлыҡтан мәхрүм итеүҙә ғәйепле тип табалар.

"Күпер" кешеләрҙе интектереү үҙәге булған"Күпер" кешеләрҙе интектереү үҙәге булған
"Күпер" кешеләрҙе интектереү үҙәге булған

Судта билдәләүҙәренсә, 2014 йылда бер ир Стәрлетамаҡ районында алкоголь һәм наркотиктарға бәйлелек, шулай уҡ ҡомарлы уйындарға патологик ынтылыш менән сирлеләрҙе реабилитациялау буйынса хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн "Күпер" реабилитация үҙәген теркәй. Пациенттарҙы мәжбүри тотоу һәм уларҙың туғандарынан табыш алыу маҡсатында ул енәйәт төркөмө ойоштороп, уның составына 10 кеше инә. 

2019 йылдың апреленән 2020 йылдың ноябренә тиклемге осорҙа енәйәтселәр көс ҡулланып, шул иҫәптән хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре булып ҡыланып алдап, 17 кешене реабилитация үҙәгенә килтерәләр һәм уларҙы иректән мәхрүм итәләр.

Граждандарға системалы рәүештә йоҡонан һәм аҙыҡтан мәхрүм итеү юлы менән физик һәм әхлаҡи-психологик йоғонто яһайҙар. Зыян күреүселәргә туғандары менән осрашырға һәм шылтыратырға, үҙ белдеге менән бинанан сығырға, элемтә сараларынан файҙаланырға рөхсәт ителмәй.

2020 йылдың ноябрендә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре законға ҡаршы эшмәкәрлеккә юл ҡуйып, зыян күреүселәр иреккә сығарыла.

Судья ойошма етәксеһен 6,5 йылға иркенән мәхрүм итә. Өс ҡатнашыусы 5 йыл да 8 айҙан алып 6 йылға тиклем ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатылырға тейеш. Төркөмдөң ҡалған ағзаларына 3 йыл да 9 айҙан алып 5 йыл да 8 айға тиклем шартлы рәүештә азатлыҡтан мәхрүм ителеү, 3 йылдан 5 йылға тиклем һынау сроктары ҡаралған. Хөкөм ҡарары әле закон көсөнә инмәгән.

Фото: БР Прокуратураһы.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас