Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2023, 16:00

БӨРЙӘН ҠАЯЛАРЫ ЫҢҒЫРАША, ҠАРАҒАЙҘАЙ УЛДАР АУҒАНДА...

Төн уртаһы. Ауыл, ҡала йоҡлай,Тәмле генә итеп, төш күреп.Йомоштары булған машиналарҺирәк кенә үтә, үкереп.Төн уртаһы. Йоҡлай алмай әсә,Йота-йота ята йәштәрен;Ҡайғы ятты уның иңдәренә,Салдар баҫты ҡара сәстәрен....Ул да бик бәхетле ҡатын ине,Тормош ҡорҙо. Үҫте улдары.Атай нигеҙенән айырҙылар,Үҫеп еткәс, тормош юлдары.Һис кем уйламаны һуғыш утыТоҡаныр тип ошо заманда,Ватан һуғышының шаңдауҙарыИшетелә ине һаман да.Ҡәһәр генә һуҡһын был һуғышты,Күпме ергә ҡайғы еткерә;200-лө "ауыр" табуттарҙыИптәштәре өйгә килтерә.Бөрйән ҡаялары ыңғырашаҠарағайҙай улдар ауғанда,Ҡарурмандар шаулай, ҡайғыларҙанЯмғыр булып, йәштәр яуғанда.- Көн-төн ҡабатлаған доғаларҙыИшетмәнеңме ни, эй, Аллам!Тере килеш көткән инем дә бит,Табуттарҙа ҡайттың һин, балам!Берәү, икәү... һаман арта бараБөрйәнемә килгән ҡорбандар.Һуңғы төйәктәрҙе аҡ ҡар ҡаплай,Тыуған ерҙең ҡары - юрғандай.Илай Әсә. Өмөт осҡондарыКүңел төптәрендә ярала.Башҡа балаҡайҙар һау булһындар,Ишет, ишет мине, эй, Аллаһ!... Төн уртаһы. Ауыл, ҡала йоҡлай.Йоҡо алмаҫ Әсә күҙҙәрен.Ирендәре мәңге шыбырларҙар,«Улым», «балаҡайым» һүҙҙәрен. Флүрә Маликова

БӨРЙӘН ҠАЯЛАРЫ ЫҢҒЫРАША, ҠАРАҒАЙҘАЙ УЛДАР АУҒАНДА...БӨРЙӘН ҠАЯЛАРЫ ЫҢҒЫРАША, ҠАРАҒАЙҘАЙ УЛДАР АУҒАНДА...
БӨРЙӘН ҠАЯЛАРЫ ЫҢҒЫРАША, ҠАРАҒАЙҘАЙ УЛДАР АУҒАНДА...

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас