+2 °С
Ясно


Ишембай районының Петровское ауылы урамында айыу йөрөгән.
"Башинформ" агентлығында яҙыуҙарынса, йыртҡыс бер ҡатынға ташланған. Инә айыу булған ул. Уны ҡурҡытып ебәргәндәр, әммә ҡатынды яралап өлгөргән. Зыян күреүсенең ҡулы һынған, йәрәхәттәре бар. Дауаханала ята. Табиптар, пациенттың хәле ауыр, ти.
Фото: "Башинформ"