Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2023, 07:00

Аквариумға ҡулын тыҡҡан да... бармаҡһыҙ ҡалған

Бөгөн өйҙә аквариум тотоусы кеше күп. Бер ҡараһаң, унда бәләкәй генә, яҡлауһыҙ балыҡтар йәшәй кеүек. Әммә улай ғына түгел икән.

Аквариумға ҡулын тыҡҡан да... бармаҡһыҙ ҡалғанАквариумға ҡулын тыҡҡан да... бармаҡһыҙ ҡалған
Аквариумға ҡулын тыҡҡан да... бармаҡһыҙ ҡалған

Омск өлкәһендә булған хәл. Бер йәш ярымлыҡ ҡына бала өйҙә аквариумға бармағын тыҡҡан да, пираньянан тешләнгән. Сабыйҙың бер быуын бармағын өҙөп алған теге йыртҡыс. Баҡһаң, ундай балыҡтарҙы был ғаиләлә 10 йыллап аҫрайҙар икән. Шундай йыртҡыстар була тороп, бәләкәй баланы аквариумға ниңә яҡын килтерергә? Аллам һаҡлаһын!

Әле бәхетһеҙ осраҡ буйынса тикшереү бара. Йәш ғаилә нормаль һанала, хоҡуҡ һаҡлау органдарында иҫәптә тормай.

Балаларығыҙға иғтибарлы булығыҙ!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас