Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Октябрь 2023, 08:00

40 йәштән һуң ашарға ярамаған ризыҡтар ҙа бар...

Белгестәр тәҡдименә күҙ һалайыҡ. Ҡайһы яратҡан ашамлығыбыҙҙы тыялар икән?

40 йәштән һуң ашарға ярамаған ризыҡтар ҙа бар...40 йәштән һуң ашарға ярамаған ризыҡтар ҙа бар...
40 йәштән һуң ашарға ярамаған ризыҡтар ҙа бар...

Йөрәк һау ҡалһын өсөн өлкәнәйә бара бәғзе бер ризыҡтарҙан баш тартырға тура килә. Табиптар әйтеүенсә, 40 йәштән һуң рационға бик иғтибарлы булырға кәрәк.

Кардиолог Анастасия Фомичева тоҙҙо һәм ябай углеводлы ризыҡтарҙы сикләргә кәңәш бирә. Шулай уҡ үҫемлек аҙыҡ-түлекте күберәк ашарға тәҡдим итә. Балыҡтың омега-3 май кислоталы булғанын (майлы сорттарын) ашарға ҡуша.

Табип-эндокринолог Зөһрә Павлова ҡыҙҙырылған бекондан бөтөнләй баш тартырға кәрәклеген әйтә. Был ризыҡта КПГ (конечный продукт гликирования) ныҡ күп йыйыла икән, ул ҡартайыуға булышлыҡ итә. Организм ҡартая икән, тимәк, көсһөҙләнә лә.

Сәләмәт булығыҙ!

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас