Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Октябрь 2023, 05:30

Үтекте һүндерҙеңме, иптәш? Ә фенды? Ә оҙонайтҡысты?

Һеҙ беләһегеҙ ҙә инде, үтектән дә, фендан да, оҙонайтҡыстан да, телефон заряднигынан да янғын сығыуы бар. Шуға ла, улым, һиңә әйтәм, килен, һин тыңла: өйҙән сығып киткәндә бер нимәне лә розеткаға тығылған килеш ҡалдырмағыҙ. Һыуытҡыстан башҡа. Туҡта-а! Ә телевизорҙың штепселен кем һүндерә? 

Үтекте һүндерҙеңме, иптәш? Ә фенды? Ә оҙонайтҡысты?Үтекте һүндерҙеңме, иптәш? Ә фенды? Ә оҙонайтҡысты?
Үтекте һүндерҙеңме, иптәш? Ә фенды? Ә оҙонайтҡысты?

Иң ябай һәм барыбыҙға ла таныш булған электр приборҙары ла хәүеф сығанағы булыуы мөмкин.

Зинһар, уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ.

Электр шнурҙарының изоляцияһын даими тикшереп тороғоҙ.

Электр приборҙары эшләп торған саҡта тоҡанһа, уларҙы розетканан ысҡындырып, янғын һүндереү саралары ярҙамында һүндерә башлағыҙ, 112 номерына шылтыратығыҙ.

Йорт-ерегеҙгә именлек, дуҫтар!

Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас