Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Октября 2023, 10:40

Бикбулатта - спорт майҙансығы

Күгәрсен районының Бикбулат ауылы "Айыҡ ауыл - 2022" республика конкурсында ышаныслы рәүештә еңеү яулап, биш миллион һум күләмендә сертификат алғайны. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Бикбулатта - спорт майҙансығыБикбулатта - спорт майҙансығы
Бикбулатта - спорт майҙансығы

Әлеге суммаға ауыл халҡы спорт майҙансығы эшләргә ҡарар иткән. Был турала район хакимиәте башлығы Марат Исҡужин социаль селтәрҙә хәбәр итә.

"Бикбулаттарҙы еңеү менән тағы бер тапҡыр ҡотлайым. Был заманса майҙансыҡ оҙаҡ хеҙмәт итһен һәм ҙур спорт ҡаҙаныштарына дәртләндереп торһон!" - тип яҙған етәксе.

Спорт майҙансығын асыу тантанаһында күренекле шәхес, билдәле доктор, күгәрсендәрҙең ярҙамсыл яҡташы Сәлиә Мырҙабаева ла ҡатнашҡан.
Фото: Марат Искужин (vk.com)

 

Бикбулатта - спорт майҙансығы
Бикбулатта - спорт майҙансығы
Бикбулатта - спорт майҙансығы
Автор:Алһыу Ишемғолова