

– Радий Фәрит улы Хәбиров Башҡортостан Башлығы булып эшләй башлағандан журналистарға ла ҙур иғтибар бирә.
Беренсенән, ул килгән айҙа уҡ һатыуға ҡуйылған Матбуғат йортон һаҡлап алып ҡалды. Һөҙөмтәлә гәзит-журналдар нәшер ителә, беҙҙең эш урындарыбыҙ бар.
Икенсенән, йыл һайын республикабыҙҙа федераль спикерҙар, Рәсәй кимәлендәге көслө журналистар саҡырылып, Медиайыйын һәм төрлө форумдар үткәрелә. Ундағы семинарҙарҙың һәм оҫталыҡ дәрестәренең тәжрибә уртаҡлашыу, матбуғат баҫмаларын уҡымлы итеү һәм сайттарҙа эшләргә өйрәнеү буйынса әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Республикабыҙ етәксеһе журналистарҙың эшен күрә, аңлай һәм баһалай. Элегерәк матбуғат һәм киң мәғлүмәт өлкәһендә эшләүселәргә маҡтаулы исемдәр һәм башҡа наградалар бик һирәк кенә бирелә ине. Һуңғы йылдарҙа был йәһәттән да күп эштәр башҡарыла. Оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле журналистар атҡаҙанған исемдәр, төрлө ведомстволарҙың һәм шулай уҡ республика Хөкүмәте менән Башҡортостан Башлығының Почет грамоталарын, хатта миҙал-ордендар алып һөйөнә.
Һуңғы ҡыуаныслы үҙгәрештәрҙең береһе – журналистар өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһының күләме арттырылды. Киләһе йылдан ул 100 мең һумдан 500 мең һумға күтәреләсәк.
Тағы бер һөйөнөслө яңылыҡ – журналистар өсөн Башҡортостан Башлығы гранты булдырыла.
Быйыл Сочи ҡалаһында үткән журналистарҙың «Бөтә Рәсәй – 2023» фестивалендә Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улының ҡатнашыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Әлегә тиклем унда бер генә губернатор ҙа, бер генә республика етәксеһе лә барғаны юҡ. Тимәк, ул журналистарға битараф түгел.