Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Октября 2023, 16:05

ЮХХДИ водителдәргә юлдарҙа иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итә

Синоптиктарҙың фаразы буйынса, иртәгә урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуасаҡ. Һауа температураһы төндә 0 градустан түбән төшә. Төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ә тайғаҡ юлдар бик хәүефле, дуҫтар.

Добавить в предпочтительные источники Google
ЮХХДИ водителдәргә юлдарҙа иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итәЮХХДИ водителдәргә юлдарҙа иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итә
ЮХХДИ водителдәргә юлдарҙа иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итә

Баш автоинспектор Владимир Севастьянов иғтибарлы һәм һаҡ булырға саҡыра:

- Иҫегеҙгә төшөрәм: юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, тиҙлекте арттырмағыҙ, хәүефһеҙ араны һаҡлағыҙ. Йәйәүлеләргә насар һауа шарттарында үтә иғтибарлы булырға кәңәш итәм. Үҙегеҙҙе яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар менән билдәләгеҙ. 

Ғүмер бер генә, ҡәҙерҙәрен бел генә!

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова