Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Октября 2023, 15:53

Уңға ҡараһам да юҡ, һулға ҡараһам да юҡ...

Йәғни, машинала оло юлға сығыр алдынан ян-яғыңа ҡарап, хәүефһеҙлеккә - башҡа транспорттың юҡлығына инанғас ҡына, газға баҫырға кәрәк. Ә бына Өфө районының Миловка ауылынан 1966 йылғы ҡатын тирә-яғына ҡарап йонсомаған, "Haval" кроссоверында оло юлға һыпыртып килгән дә сыҡҡан. Һәм "MAN" йөк машинаһының юлын ҡыйған. 

Уңға ҡараһам да юҡ, һулға ҡараһам да юҡ...Уңға ҡараһам да юҡ, һулға ҡараһам да юҡ...
Уңға ҡараһам да юҡ, һулға ҡараһам да юҡ...

"MAN" йөк автомобиленә юл бирмәй, бәләгә тарыған водитель ҡатынды ҡотҡарыусылар машина эсенән сығарып, уны ашығыс медицина ярҙамы бригадаһына тапшырған. Ярай ҙа "MAN" водителе зыян күрмәгән.

Фото: БР ЮХХДИ.

Уңға ҡараһам да юҡ, һулға ҡараһам да юҡ...
Уңға ҡараһам да юҡ, һулға ҡараһам да юҡ...
Уңға ҡараһам да юҡ, һулға ҡараһам да юҡ...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас