

– Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы булғандан һуң төбәк етәксеһенең республикаға йөҙ процентлыҡ файҙаһына эшләүе күренде. Был айырыуса алдағы етәксе менән сағыштырғанда асыҡ күренә. Атап әйткәндә, тышҡы сәйәсәт буйынса әүҙемлек көслө. Сит илдәр менән бәйләнеш бар, килешеүҙәр төҙөлә, мөнәсәбәт арта.
Республикала эске туризм буйынса эштәр яҡшы бара. Миллиардлап федераль һәм төбәк кимәлендә гранттар алырға мөмкин, эшҡыуарҙар бының менән бик әүҙем ҡуллана ла инде.
Журналистикаға, мәҙәниәткә, әҙәбиәткә иғтибар бар. Был исемдәр биреүҙә, һөнәри премияларҙың артыуында, күләмле сараларҙың үтеүендә күренә.