Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Октябрь 2023, 11:40

Тәүгеләрҙән булып һәм беренсе тапҡыр. Һандар һәм факттар

Һуңғы биш йылда Башҡортостандағы социаль-иҡтисади һәм халыҡтың йәшәйеше күрһәткестәренә бәйле, “беренсе”, “тәүге тапҡыр” тигән һүҙҙәрҙе күп күрергә мөмкин.

Тәүгеләрҙән булып һәм беренсе тапҡыр. Һандар һәм факттарТәүгеләрҙән булып һәм беренсе тапҡыр. Һандар һәм факттар
Тәүгеләрҙән булып һәм беренсе тапҡыр. Һандар һәм факттар

Өфөлә һаулыҡ һаҡлау тармағын яңыртыу программаһы ғәмәлгә ашырыла башланы. Был эш яңы тарихта – тәүгә. Төп маҡсат – матди-техник базаны яңыртыу.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса ваҡытынан алда тулайым төбәк продуктының маҡсатлы кимәленә өлгәшелде – 2 триллион һум. Был – республика тарихында тәүге тапҡыр.

2019 йылдан алып, республикаға инвестиция йәлеп итеү темпы һиҙелерлек артты. Дүрт йылда үҫеш – 40 процент һәм 1,6 триллион һум. Беҙ инвестиция үҫеше буйынса беренсе тапҡыр Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында лидер булдыҡ.

Инвестиция мөхите торошо буйынса милли рейтингта 23-сө урындан (2018 йылда) 4-се урынға (2023 йылда) күтәрелдек.

2020 йылда Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып, өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған йәки инвалид бала тәрбиәләүсе граждандарға социаль ярҙам буйынса альтернатив сара индерҙек. Ул ер участкаһы урынына 250 мең һум күләмендә аҡсалата түләүҙән ғибәрәт.

2019 йылда республика тарихында беренсе тапҡыр күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһы башланды. Әлегәсә 8,2 мең подъезд төҙөкләндерелде.

2022 йылда тәүгә ауылдарҙағы күп фатирлы йорттарҙың ҡыйығын ремонтлау старт алды. Был маҡсатҡа 200 млн һум аҡса бүленде. Киләһе йылда был сумманы 420 млн һум йүнәлтеләсәк.

Торлаҡ секторында янғынды иҫкәртеү маҡсатында 2018 йыл аҙағынан “Һәр йортҡа, һәр фатирға – янғынды иҫкәртеү аппараты” проекты ғәмәлгә ашырыла. Бындай проект республикала тәүге тапҡыр булдырылды. Аҡса Башҡортостан ҡаҙнаһынан бүленә.

Башҡортостан илдә тәүгеләрҙән булып Республика менән идара итеү үҙәге – ЦУР булдырҙы. Ул – Волга буйы федераль округында иң ҙуры һәм технологик йәһәттән алдынғыһы. 2021 йылда беҙҙең ЦУР IT-проекттар буйынса Рәсәйҙә беренсе урын яуланы.

Мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһына ярашлы, ике йылда 140 бина яңыртылды. Был маҡсатҡа 8,6 млрд һум аҡса бүленде. Быйыл ошо эш буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә – беренсе! Мәктәп системаһында бындай ҙур реновация республика тарихында тәүгә үткәрелә.

2019 йылда Башҡортостанда тәүге полилингваль мәктәптәр асыла башланы. Бөгөн һигеҙ мәктәп бар. 2024 йылғаса тағы дүрт полилингваль мәктәп асыласаҡ.

2018 йылда тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй, төбәк-ара мәктәп олимпиадаларында еңеүселәргә һәм уларҙы әҙерләүселәргә БР Башлығы премияһы булдырылды.

2021 йылда  тәүге тапҡыр БДИ-ны 100 балға тапшырыусы һәм республика вузына инеүселәргә 150 мең һум күләмендә премия булдырылды.

2022 йылда мәҙәниәт учреждениелары өсөн тарихта тәүге мәртәбә лизингҡа 94 берәмек техника алынды.

Былтырҙан башлап тәүге тапҡыр реабилитация техник саралары етештереүселәргә ярҙам программаһы ғәмәлгә ашырыла башланы.

2022 йылда йәш эшҡыуарҙарға тәүгә грант бирелде.

2019 йылда Рәсәйҙә муниципалитеттарҙа бизнес-шәриф булдырған тәүге төбәк булдыҡ.

Башҡортостан биләмәһендә тәүге тапҡыр туристик навигация билдәләре ҡуйылды. Маҡсат – сәйәхәтселәргә юлды еңелләштереү, республиканың тәбиғәт һәйкәлдәренә халыҡты ылыҡтырыу.

Фото: Радий Хабиров (vk.com)

Тәүгеләрҙән булып һәм беренсе тапҡыр. Һандар һәм факттар
Тәүгеләрҙән булып һәм беренсе тапҡыр. Һандар һәм факттар
Тәүгеләрҙән булып һәм беренсе тапҡыр. Һандар һәм факттар
Тәүгеләрҙән булып һәм беренсе тапҡыр. Һандар һәм факттар
Тәүгеләрҙән булып һәм беренсе тапҡыр. Һандар һәм факттар
Тәүгеләрҙән булып һәм беренсе тапҡыр. Һандар һәм факттар
Тәүгеләрҙән булып һәм беренсе тапҡыр. Һандар һәм факттар
Тәүгеләрҙән булып һәм беренсе тапҡыр. Һандар һәм факттар
Тәүгеләрҙән булып һәм беренсе тапҡыр. Һандар һәм факттар
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас