

Былтыр тармаҡты үҫтереүгә 91 млрд һум аҡса йүнәлтелгән. Был һуңғы ун йылдағы ҙур сумма һәм республика бюджетын “мәғарифкә йүнәлешле” итеп күрһәтә.
2019 – 2023 йылдарҙа 43 балалар баҡсаһы, 24 мәктәп, 14 ҡатнаш объект төҙөлгән, биш балалар баҡсаһы яңынан һатып алынған.
2019 – 2023 йылда дөйөм (мәктәп, балалар баҡсаһы) 26 879 урын булдырылған.
Беҙ Рәсәй Президентының 3 йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреүгә 100 процентҡа өлгәшеү тураһындағы Указын алдан үтәнек.
2019 йылдан Башҡортостанда ил өсөн уникаль булған “Мәктәпкәсә белем биреү сертификаты” эшләй. Уның төп маҡсаты – шәхси балалар баҡсаһына түләү өсөн ата-әсәләргә компенсация биреү.
Былтыр Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркы эшләй башланы. Ул асылғандан алып, йыйынға 5219 уҡыусы килде, хәрби-патриотик клубтарҙа шөғөлләнгән 1028 бала өсөн профилле сменалар ойошторолдо. Паркта “Геройҙар уҙышы” өсөн яҡшы трасса һалынған.
2020 йылда Илеш районында “Орленок” балалар өсөн йыл әйләнәһенә эшләгән һауыҡтырыу лагеры сафҡа индерелде. Ә былтырҙан шундай һигеҙ лагерь эшләй башланы.
Республика балаларҙың йәйге ялын ойоштороу өсөн модулле лагерҙар һалыу буйынса конкурста еңеүсе 15 төбәк исемлегенә инде. Бығаса башҡортостанда ундай лагерҙар булмаған. Федераль программала ҡатнашып, беҙ 123 млн һумға алты модулле лагерь һалдыҡ.
Мәктәп стоматология кабинеттары һаны буйынса илдә алдынғыбыҙ. Беҙҙә 244 кабинет эшләй.
2021 йылда мәғариф системаһын дөйөм баһалау буйынса илдә иң яҡшы 10 төбәк исемлегенә индек. Бығаса 64-се урында килгәнбеҙ.
2019 йылдан алып, ауылда эшләүсе йәш педагогтарға ярҙам проекты ғәмәлгә ашырыла. Ағымдағы йылда 150 йәш уҡытыусының һәр береһе 690 мең һум күләмендә грант аласаҡ.
Быйыл балалар баҡсаларының иң яҡшы педагогтары өсөн БР Башлығы премияһы булдырылды.
2019 йылдан урта һөнәри белем биреү ойошмаларының һәләтле студенттарына БР Башлығы стипендиялары булдырылды.
Башҡортостанда 2021 йылда илдә тәүгеләрҙән булып Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге барлыҡҡа килде.
Беҙ “Профиссионалитет” проектында әүҙем ҡатнашабыҙ.
Һуңғы 30 йылда тәүгә урта һөнәри белем биреү учреждениеларын комплекслы капиталь ремонтлауға ике йыл рәттән 500 млн һум аҡса бүленә.
Башҡортостанда 2020 йылда барлыҡҡа килгән Евразия ғилми-мәғариф үҙәге төбәктең ғилми-техник үҫеше локомотивына әүерелде, 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса илдә беренсе урынға сыҡтыҡ.
Беҙҙә йәш ғалимдарға ярҙам буйынса проекттар эшләй. Аспиранттарға – 500 мең һум, фән кандидаттарына бер миллион һум грант булдырылды.
Ике йыл элек ғилми тикшеренеүҙәр өсөн дөйөм 300 млн һум дәүләт ярҙамы бүленде. Шуға ярашлы, вуздарҙа лабораториялар, фән мәктәптәре асыла.
Һуңғы биш йылда юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарын арттырыуға өлгәшелгән.
Беҙҙә вуз-ара студент кампусы төҙөлә.
Ике юғары уҡыу йортон – БДУ һәм ӨДАТУ-ҙы ҡушыу буйынса ҙур эш башҡарылды.
Башҡортостан – 2022 йылда ғилми-технологик үҫеш буйынса алдынғы биш төбәк исемлегендә.
Фото: Радий Хабиров (vk.com)