Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Октябрь 2023, 03:00

Биш йыл элек. Ошо көндә

2018 йылдың 11 октябрен хәтерләйһегеҙме? Республикабыҙ “гөж” итеп ҡалғайны. Хәтер яңыртайыҡ.

Биш йыл элек. Ошо көндәБиш йыл элек. Ошо көндә
Биш йыл элек. Ошо көндә

Был көндө Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Башҡортостан Башлығының вәкәләтен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында”ғы указы сыҡты. Был Рөстәм Хәмитовтың вазифаһынан китеүе хаҡында ине.

Владимир Путин ошо указы менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Радий Хәбировты тәғәйенләне. Артабан һайлау булды. Һәм беҙ ошоғаса бергә!

Тимәк, бөгөн Радий Фәрит улының ҡайтыуына – биш йыл. Байрамығыҙ менән! Дөрөҫөрәге – икеләтә байрамыбыҙ менән!

Фото: Радий Хабиров (vk.com)

Биш йыл элек. Ошо көндә
Биш йыл элек. Ошо көндә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас