

Ҡотлауҙа шулай тиелә:
– Башҡортостандың тарихи яҙмышы тотош дәүләт яҙмышы менән айырылғыһыҙ бәйле. Ошо дәүер эсендә күп быуатлыҡ традициялар, дөйөм иҡтисади һәм социаль бәйләнештәр, мәҙәни һәм рухи ҡиммәттәр булдырылған. Бөгөн төбәктәге иҡтисади тотороҡлолоҡ, сәйәси һәм милләт-ара татыулыҡ тап улар нигеҙендә тормошҡа ашырыла ла. Әлеге осорҙа Башҡортостан – көслө, бай, инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәте булған, халыҡ-ара танылыу яулаған йылдам үҫешеүсе төбәк. Республика Рәсәйҙе тергеҙеүгә, уның берҙәмлеген һаҡлауға һәм рухи байлығын үҫтереүгә тос өлөш индерә.
Был иҫтәлекле көн ватансылыҡ, эшһөйәрлек, күп милләтле Рәсәй һәм тыуған республикабыҙ традицияларына хөрмәт кеүек ҡиммәттәргә инанған тотош Башҡортостан халҡын берләштерә. Төбәк халҡы атайсалын ысын күңелдән ярата, тырышлыҡ менән хеҙмәт итә, тыуған еренең үҙенсәлекле йөҙөн, мәҙәниәтен һаҡлай. Хөрмәтле яҡташтар, һеҙгә тәрән ватансылыҡ һәм ижади фиҙакәрлек өсөн ҙур рәхмәт! 11 октябрь һәр беребеҙ өсөн – республикабыҙҙың күп милләтле халҡының дуҫлыҡ һәм рухи берҙәмлек символы ул.
Башҡорттар – республикабыҙға исем биргән төп милләт вәкилдәре – донъяның, илебеҙҙең төрлө төбәктәренә таралған. Билдәле булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы улар менән тығыҙ бәйләнештәр булдырған, төрлө мөһим бурыстарҙы бергәләп атҡара. Бөгөн билдәләнгән Республика көнө – уларҙың да байрамы, сөнки, ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, ватандаштарыбыҙ өсөн Башҡортостаныбыҙ һәр саҡ төп йорт булып ҡала.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға – Ватаныбыҙҙы һаҡлаусыларға, тыуған илдең ысын патриоттарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен белдерергә теләйбеҙ. Бөгөн улар тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһөн күрһәтә. Яугирҙәрҙе тыуған ерҙә еңеү менән көткән ғаиләләргә лә иң изге теләктәрҙе юллайбыҙ һәм Ватанды һаҡлаусылар мотлаҡ еңеү менән тыуған ергә имен-һау әйләнеп ҡайтһын, тип теләйбеҙ.
Республикабыҙҙың данлы юлын тағы берҙе билдәләп, Башҡортостан халҡына именлек һәм тыныслыҡ, уның изге традицияларын нығытыуҙа артабан да уңыштар теләйбеҙ! Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерле ватандаштар!
Фото һәм сығанаҡ: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ (vk.com)