

Баш ҡаланың Ағиҙел буйында Радий Хәбиров менән Аслан Бжания буласаҡ колонналар рәтенең тәүге ташын һалыуҙа ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, яҡында башҡорт һәм рус халҡының дуҫлығын күрһәтеүсе Дуҫлыҡ Монументы урынлашыуы ла әһәмиәткә эйә. Яңы колоннада башҡорт-абхаз дуҫлығын сағылдырасаҡ.
Аслан Бжания белдереүенсә, был колонналар рәтен төҙөү ике төбәктең тағы ла яҡынайыуына бер аҙым.
- Һеҙҙ Республика көнө менән ҡотлайым! Башҡортостанға Абхазияға ярҙамы өсөн баш эйәм. Бәхетле булығыҙ! - тине Абхазия президенты.
Төҙөлөш башланыуы уңайынан ҡуйылған постаментта абхаз яҙыусыһы Дмитрий Гулианың шиғырынан өҙөк уйып яҙылған. Әйткәндәй, колоннада Сухумдағы яр буйында торған архитектур ҡоролманың тулы күсермәһе буласаҡ. Ағиҙел буйындағыһын Өфөнөң 450 йыллығына асасаҡтар.
Фото: БР Башлығы сайтынан.