Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октябрь 2023, 04:10

Бохара Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеккә әҙер

Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Үзбәкстандың Бохара өлкәһе хокимы Ботир Зарипов менән осрашҡан.

Бохара Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеккә әҙерБохара Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеккә әҙер
Бохара Башҡортостан менән хеҙмәттәшлеккә әҙер
Етәкселәр ике төбәк араһындағы тауар әйләнеше тураһында фекер алышҡан. Рөстәм Моратов белдереүенсә, Үзбәкстан - беҙҙең өсөн стратегик партнер. Ауыл хужалығы өлкәһендә, ағас эшкәртеү, еңел сәнәғәт, туризм, мәғариф буйынса хеҙмәттәшлек итеү потенциалы бар. 
Әйткәндәй, осрашыу "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектын ғәмәлгә ашырыу сараларының береһе ине. 
Бохара өлкәһе хокимы Ботир Зарипов картуф, һыйыр малы, нефть продукттарына ихтыяж булыуын һөйләне. Беҙгә иһә урында етештерелгән еңел сәнәғәт тауарҙарын һатырға әҙерҙәр.
Бәлки, киләсәктә туризмды үҫтереү өсөн Өфө - Бохара араһында самолет рейсы ла асылыр.
 
 
 
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас