Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октября 2023, 07:12

Үҙ белдеге менән антибиотиктар ҡулланып, үлә яҙған

Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары 22 йәшлек пациентты ген инженерияһы ярҙамында ҡотҡарғандар.

Үҙ белдеге менән антибиотиктар ҡулланып, үлә яҙғанҮҙ белдеге менән антибиотиктар ҡулланып, үлә яҙған
Үҙ белдеге менән антибиотиктар ҡулланып, үлә яҙған

Йәш кеше хәлһеҙлеккә, йыуан эсәктең ауыртыуына, бер туҡтауһыҙ эсе китеүенә зарлана. Тәүге симптомдар бер йыл самаһы элек киҫкен респиратор вирус инфекцияһын дауалау өсөн үҙе тәғәйенләгән антибиотиктар ҡулланғандан һуң барлыҡҡа килә. Шунан һуң йәш кеше пробиотик, диареяға ҡаршы препараттар менән дауаланырға ҡарар итә, әммә уның хәле яҡшырмай. Табиптар гастроэнтерологтар һәм колопроктологтар ҡатнашлығында консилиум йыя. Хәленең ауырлығын иҫәпкә алып, "ҡотҡарыу терапияһы" үткәрергә ҡарар ителә. Пациентҡа ген-инженер препарат индерелә, уның ыңғай тәьҫире 24 сәғәттән һуң барлыҡҡа килә. Пациент һаулығы яҡшырыу менән дауахананан сығарыла. Уның анализдары нормаға килгән.

Фото: Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас