

Ҡыйыҡта башланған ут йортто тотошлай ялмаған мәлдә атай кеше өс бала менән өйҙә йоҡларға ятҡан була. Тышҡа сыҡҡан әсә янғынды күреп, тиҙ генә өйгә инә һәм яҡындарын уята. Шул уҡ ваҡытта янғынды иҫкәртеүсе прибор сыйылдап ебәрә. Балаҡайҙарын ҡотҡарып, ут эсенән алып сыҡҡанда тәндәре, аяҡ-ҡулдары бешкән ата-әсә дауаханаға оҙатылған. Балалар, шөкөр, һау. Ауырғазы районы хакимиәте күп балалы ғаиләгә ваҡытлыса йәшәү өсөн торлаҡ бирә. Иң мөһиме, барыһы ла иҫән!
Утты Мәҫәле ауыл советының ирекле янғын һүндереү командаһы һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы янғын һүндереүселәре һүндергән.
Фото: МЧС РБ.