Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Октябрь 2023, 04:33

Акция дауам итә

Республикала "Йәшел Башҡортостан" экологик акцияһы дауам итә. Был сарала төрлө ойошма һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатнаша.

Акция дауам итәАкция дауам итә
Акция дауам итә
Ошо көндәрҙә "БСК" йәмғиәтенең 200-ҙән ашыу эшсеһе Стәрлетамаҡтың курчатов биҫтәһендә акция буйынса 500 төптән дә күберәк пирамидаль тирәк һәм шыршы ултыртты. Әлеге үҫентеләр юҡҡа һайланмаған: тирәк менән шыршы кислородды күп бүлеп сығара, углекислый газды, туҙанды ла яҡшы йота. 
Предприятие ветерандары, почетлы химиктары, йәштәре, волонтерҙары - һәммәһе лә дәррәү ҡушылды. 
 
Фото: Министерство природопользования и экологии Республики Башкортостан.
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас