

Шулай итеп, былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, үҫеш 19,1 процент тәшкил итә.
Был хаҡта бөгөн БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов хәбәр итте.
«Был күрһәткес буйынса Башҡортостан позицияларын яҡшыртты һәм Волга буйы федераль округында 3-сө, Рәсәйҙә 14-се урында тора. Шул уҡ осорҙа туристар ағымы 31 проценттан ашыуға артҡан.
Дөйөм алғанда, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан буйлап 2,1 миллион сәфәр ҡылынған»,– тине ул.