

Был Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы талаптарына тап килә.
Бөгөн БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә БР һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин республикала коронавирус инфекцияһына бәйле хәл тураһында һөйләне.
Уҙған тәүлектә республикала 82 кешелә коронавирус инфекцияһы асыҡланған.
Бөгөнгә 86 пациент, шул иҫәптән 56 оло кеше коронавирустан стационарҙа дауалана. Ә 897 кеше амбулатор шарттарҙа дауалау ала.
Киҫкен респиратор инфекция һәм гриптан вакцинациялау дауам итә, тине Айрат Рәхмәтуллин.