

Кисә кискеһен Саҡмағош районы Аблай ауылында янғын була. Уттан 3х6 метрлыҡ таҡта ҡоролма зыян күргән. Һүндереүгә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының көстәре һәм саралары, шулай уҡ Үрнәк ауыл советының ирекле янғын һүндереү командаһы йәлеп ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынын тикшереү барышында 1975 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. Янғындың сәбәптәре һәм уның шарттары асыҡлана. Унда Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө һәм тәфтишсеһе эшләй.
Фото: МЧС РБ.