Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Октябрь 2023, 09:50

Һеҙҙә йылылыҡ бирҙеләрме?

Ауылда өй һыуыһа, мейес яҡтың да, эш бөттө. Ә бына ҡалала... халыҡ был мәлдә өшөй.

Һеҙҙә йылылыҡ бирҙеләрме?Һеҙҙә йылылыҡ бирҙеләрме?
Һеҙҙә йылылыҡ бирҙеләрме?

Башҡортостандың барлыҡ күп фатирлы йорттарына йылылыҡ биреү 12 октябргә тиклем тамамлана, тип хәбәр итте республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Палтусов БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә.

– Уҙған аҙнала бөтә муниципалитеттар ҙа йылытыу миҙгелен этаплап башлау тураһында ҡарар ҡабул итте һәм 4060 социаль объектты йылытыуға тоташтырҙы. Шул уҡ ваҡытта республикалағы 7,8 меңдән ашыу күп фатирлы йорт, йәғни дөйөм иҫәптән 49 проценты йылытыуға тоташтырылған да инде, – тине.

  Һауа температураһы +8 градусҡа тиклем төштө. Йылылыҡ бирергә тейештәр.

 

 

Фото: tuzlist.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас