Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Октябрь 2023, 15:49

Тамам хәлдән тайған бәшмәксе...

Кисә киске сәғәт туғыҙынсыла Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыусыларына борсоулы ир шылтыратып, иртәнге сәғәт 11-ҙә урманға бәшмәк йыйырға сығып киткән 72 йәшлек атаһының кире әйләнеп ҡайтмауын, бәйләнешкә сыҡмауын хәбәр итә.

Тамам хәлдән тайған бәшмәксе...Тамам хәлдән тайған бәшмәксе...
Тамам хәлдән тайған бәшмәксе...

Шишмә районы Лентовка ауылы янында оператив эҙләү саралары ойошторола. Өс сәғәт дауам иткән эҙләүҙәр уңышлы тамамлана. 

Ныҡ өшөгән бабай яҡындағы тораҡ пункттан алты километр алыҫлыҡта бөтөнләй хәлдән тайып ятҡан булған. Шулай ҙа ашығыс медицина ярҙамы талап ителмәй. Уны өйөнә тиклем алып ҡайтҡандар. Әгәр бабайҙы тиҙ генә тапмаһалар, һөҙөмтәһе бик аяныс булыр ине. 

Урманға юлланғанда хәүефһеҙлек сараларын иҫтә тотоғоҙ!

Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001232339306

Тамам хәлдән тайған бәшмәксе...
Тамам хәлдән тайған бәшмәксе...
Тамам хәлдән тайған бәшмәксе...
Тамам хәлдән тайған бәшмәксе...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас