

Авария "Өфө-Яңауыл" автомобиль юлының 100-се саҡрымында теркәлгән. Әлегә билдәле булыуынса, ҡара-ҡаршы килгән "ВАЗ-2110" менән "Лада Калина" бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "ВАЗ"дың пассажиры, ир кеше, алған йәрәхәттәрҙән вафат була. Тағы ла биш кеше дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр эшләй.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001239180472.