Был ир үҙенең тыуған көнөн билдәләгәс, өйҙә ултырып сыҙамай, мажара эҙләп, ахыры, урамға сыҡҡан. Ә унда бикһеҙ "ВАЗ-2112" машинаһы торған. Ир күрше районға барып, иптәшенең хәлен белешергә дәртләнә. Тик юлда кюветҡа барып төшә. Машинаны сығара алмағас, уны шунда ҡалдыра ла, икенсе транспортты эҙләй. Тиҙҙән иғтибарын "УАЗ" йәлеп итә, ул шуның менән Саҡмағош районына юллана, юлда заправкаға инә. Иптәшенә барып еткәс, йоҡларға ята. Тәмле йоҡонан полиция хеҙмәткәрҙәре уята.
Бурға ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 166-сы статьяһында ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса ике енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған.
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.