Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Октябрь 2023, 14:58

Берәү Фёдоровка ауылында машина урлаған

Көмөш төҫтәге "Лада Гранта"ны билдәһеҙ ир 6 октябрҙә урлай. 

Берәү Фёдоровка ауылында машина урлағанБерәү Фёдоровка ауылында машина урлаған
Берәү Фёдоровка ауылында машина урлаған

Мәғлүмәт шунда уҡ юл-патруль хеҙмәтенең бөтә постарына тапшырыла, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙәге бөтә урындағы чаттарға таратыла. Шул уҡ көндө кис дежур часына вайымһыҙ булмаған гражданин шылтыратып, урланған "Лада"ның ҡайҙалығын хәбәр итә. Ир автомобилде Стәрлебаш-Хәлекәй автомобиль юлының 5-се километрында ташлап китә, асҡысты ҡабыҙыу замогында ҡалдырған була. Әлеге ваҡытта енәйәтсене эҙләйҙәр. Был ваҡиғаның шаһиты булған йәки урлаусының ҡайҙа булыуы тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙың барыһын да яҡындағы полиция бүлегенә хәбәр итеүҙәрен йәки ЮХХДИ-ның дежур часына шылтыратыуҙарын һорайбыҙ: 8(347)233-27-31.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Берәү Фёдоровка ауылында машина урлаған
Берәү Фёдоровка ауылында машина урлаған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас