

Ул нисек кейенергә өйрәтә.
Туфли, ти Хромченко, тән төҫөндә булһа, һәр төрлө кейем менән дә килешә, аяҡтарҙы оҙонайта.
Ҡатын-ҡыҙҙың гардеробында мотлаҡ бер нисә аҡ рубашка булырға тейеш.
Әгәр ҙә берәй кейем алырға теләп тә, һайлай белмәй торһағыҙ, классик ҡара салбар, V-муйынлы ҡара джемпер, уңайлы үксәле ҡара туфли-лодочка алығыҙ. База кейем-һалым араһында былар мотлаҡ бар.
Шулай уҡ гардеробта “үҙең өсөн кейем” булырға тейеш. Йәғни, иң уңайлылары.
Бер тондағы костюмға сағыу әйберҙәр кәрәк: туфли, сумка, брошка, яулыҡ – үҙегеҙ һайлағыҙ.
Көндәлек күлдәккә ҙур булмаған сумка, ҙур ҡара күҙлек, сағыу ебәк яулыҡ та өҫтәһәгеҙ, һеҙ һәр формала ла гүзәл буласаҡһығыҙ.
Маникюршаларға ышанмағыҙ: дизайн тигән нәмә моданан сыҡты һәм һеҙҙе нәзәкәтһеҙ күрһәтә. Тырнаҡтарығыҙға хет нимә төшөрһөндәр, хет нисә һум булһын, лаклы страза һәм яҙмалар – насар тон.
Өҫтөгөҙҙә нимәлер берәү генә сәскәле булырға тейеш – йә күлдәк, йә юбка, йә блузка.
Байрам комплектында бер генә нәмә ялтырарға тейеш – йә күлдәк, йә аксессуарҙар.