Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Октябрь 2023, 14:00

Бөгөн Өфөлә атланылар

Бөгөн баш ҡалабыҙ Бөтә Рәсәй атлау көнөнөң төп майҙансығына әүерелде. "Ҡашҡаҙан" паркында вицеппремьер Ирек Сәғитов БР Башлығы Радий Хәбиров исеменән спорт әүҙемдәрен тәбрикләне.

Бөгөн Өфөлә атланыларБөгөн Өфөлә атланылар
Бөгөн Өфөлә атланылар

Популяр спорт байрамы Рәсәйҙең Олимпия комитеты ярҙамында ойошторолдо һәм унда ОКР президенты Станислав Поздняков ҡатнашты. Ҡунаҡтан сафында төбәктең спорт министры Руслан Хәбибов, ОКР-ҙың генераль директоры Владимир Сенглеев, генераль секретары Родион Плитухин, Паралимпия уйындарының 13 мәртәбә чемпионы Рима Баталова, беҙҙең данлыҡлы олимпиясылар Давид Мусульбес, Хаджимурад Магомедов, Юрий Захаревич, Алексей Фросин, Павел Пинигин, Ирина Привалова, Сергей Фокичев, Роман Егоров, Екатерина Абрамова, Ирина Караваева булды.

Был көндө атларға яратыусылар фитнес-инструктор һәм Олимпия чемпионы менән зарядка яһаны, ижади һәм спорт-күңел асыу сараларында ҡатнашты, "Первушин" пилотаж төркөмө осошон ҡараны, төрлө спорт төрҙәрендә сығыштарҙы баһаланы, ГТО комплексын тапшырҙы.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас