

Ғәҙәттән тыш хәл тураһында шаһиттар хәбәр итә. Улар әйтеүенсә, төндә билдәһеҙ кешеләр машиналарға яғыулыҡ шыйыҡсаһы һипкән һәм яндырған. Һөҙөмтәлә "BMW" менән "Peugeot" автомобилдәренең хужалары ҙур матди (һәм рухи!) зыян күргән. Ни өсөн тап ошо ике машинаны яндырғандарҙыр - әлегә билдәһеҙ. Полиция ғәйеплеләрҙе эҙләй.
Ә Өфөлә йәш "пироманьяк" "Porshe" автомобилен зажигалка менән яндырырға маташа. Машина тоҡанмағас, сүп-сарҙы яндыра. Контейнерҙағы утты яҡындағы йортта йәшәгән кешеләр һүндерә.
Фото: социаль селтәрҙән, UTV телеграм-каналынан.