

2016 йылда хакимиәт башлығы урынбаҫары йорттар төҙөүҙе эшҡыуар ҡатынға ышанып тапшыра. Сөнки чиновник уның ире менән дуҫ була.
Ошо ваҡыт эсендә эшҡыуар тарафынан ете йорт һәм 20 фатир файҙаланыуға тапшырыла, уларҙы төҙөүгә, йәнәһе лә, 18,8 миллион һум аҡса тотонола. Тик ул йорттарҙа йәшәү мөмкин булмай, шуға ла бөтәһе лә кире һүтеп алынған.
Тағы ла 15,8 миллионды чиновникка ата-әсәһеҙ ҡалған етем балалар өсөн 17 фатир һатып алырға бирәләр, әммә һуңынан асыҡланыуынса ул йорттар ҙа авария хәлендә булып сыға. Чиновник үҙ ғәйебен танымай, уны суд залында ҡулға алалар.
Фото: https://web.telegram.org/a/#-1001508868805.