Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Октябрь 2023, 16:00

Ҡасан һарымһаҡ ултыртырға?

8, 9 , 22, 23 , 26, 27 октябрҙә бер нәмә лә ултыртырға ярамай.

Ҡасан һарымһаҡ ултыртырға?
Ҡасан һарымһаҡ ултыртырға?
 Ерҙең өҫтөн туңдырып, һыуыҡтар төшкәнсе, был йәшелсәне ултыртып ҡалығыҙ. Ул тамыр ебәреп ҡалырға тейеш.
Һарымһаҡ помидор, ҡыяр, кәбеҫтә, ҡуҙаҡлы культуралар үҫкән урында яҡшы үҫә. Ултыртыр алдынан түтәлгә ашламалар һалығыҙ, төрлө сиргә би­реш­мәһен өсөн бүлкәттәрен «Фундазол», «Тирам», «Максим» препарат­тары, марганцовка эретмәһендә тотоғоҙ. Һуңынан көлгә бутап сәсе­геҙ. Ошо талап­тарҙы үтәһәгеҙ, был йәшелсә уңы­шы менән ҡыуан­дырыр.
 
 
Фото: freshportal.ru
 
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: