Мутлашыусылар үҙ ролдәрен бик шәп үтәй. Иртән нефть университеты уҡытыусыһы "ректорҙан" хәбәр ала: унда Рәсәй Федерацияһының фән һәм юғары белем министрынан хат көтөгөҙ, тип яҙылған була. Бер нисә сәғәттән һуң "министр урынбаҫары" уға яҙа, мәғлүмәттәрҙе урларға теләйҙәр, тип иҫкәртә, йәнәһе лә, тыныслыҡ өсөн уҡытыусыға ФСБ-нан куратор тәғәйенләйәсәктәр. Әлбиттә, иҫәптәге аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн уны ҡулаҡсаға әйләндереп, "хәүефһеҙ иҫәпкә" күсереү талап ителә. Бынан тыш, хәүефһеҙлек маҡсатында, уға тағы ла ике миллион һум алырға ҡушалар, әммә банк 1,5 млн һумды ғына бирергә ҡарар сығара. Банк операцияларҙы хуплаған арала, ағаһы уҡытыусыға муттар менән эш итеүен аңлата. Шунан һуң ғына ир банктан аҡса алыуҙан баш тартып, полицияға мөрәжәғәт итә. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.