

Ул был төҙөлөштө Башҡортостандың ҡеүәтле инфраструктура проекты, тип атаны.
«Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән объекттың техник әҙерлеге бөгөн 80 проценттан ашыу тәшкил итә. Төҙөлөшкә 2 меңдән ашыу белгес һәм 248 берәмек махсус техника һәм ҡорамалдар йәлеп ителгән.
«Тоннель участкаһында түшәмде монтажлау, ҡорос һәм тимер-бетон конструкцияларҙы буяу, юлдың бетон япмаһын һалыу буйынса эштәр дауам итә. Күперҙә, эстакадала һәм 10 километрлыҡ участкала юл япмаһы түшәлә», — тип белдерҙе БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.
Бынан тыш, тоннелдең портал яны майҙансыҡтарында һаҡ биналары төҙөлә, дизель электр станциялары, локаль таҙартыу ҡоролмалары, терәк стеналар һәм баҫҡыслы төшөү урындары ҡуйыла, ә тоннелдә инженер коммуникациялары канализация, янғынға ҡаршы үткәргес торба, вентиляция һәм яҡтыртыу монтажлана.
«Көнсығыш сығыу юлы»нан Салауат Юлаев проспектына ла төшөп буласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дөйөм оҙонлоғо 14 саҡрым самаһы булған яңы транспорт үҙәге ҡала үҙәгенән туранан-тура федераль трассаларға автомобиль ағымын сығарасаҡ. Объектты файҙаланыуға тапшырғандан һуң, яҡынса баһалар буйынса, ҡаланың ҡайһы бер урамдарына транспорт көсөргәнеше кәмейәсәк.