

Хикмәтле хикәйәт
Үрмәкселәр
Бер төркөм шәкерттәр остаздарынан әлегә үҙҙәренә таныш булмаған аҡыл биреүен үтенгән.
Тегеһе ризалашып, йәштәрҙе үрмәксе ауларға ебәргән. Тотолған үрмәкселәрҙе аҡыл эйәһе бер мәмерйәгә ебәргән һәм күпмелер ваҡыт үрмәкселәрҙең буй үрелгән ауҙарын өҙөп торған. Быны күҙәткән уҡыусылары бер нәмә лә аңламаған.
Тик бер нисә көндән һуң ғына улар мәмерйә мөйөшөндә арҡыры үрелгән үрмәксе ауын күрә.
Аҡыл эйәһе был ауға күрһәтеп түбәндәгене һөйләй:
– Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: яҙмыш һынауҙарында күбеһенсә ғәҙәткә, йолаға эйәреүселәр түгел, ә яңы юлдар эҙләргә көс тапҡан, күпселектең фекеренә ҡарамай, үҙ йөрәген тыңлағандар иҫән ҡала.
Үрмәкселәр ҙә тап шулай иткән: уларҙың буй үрелгән ауы бер ни тиклем ваҡыт өҙөлөп торғас, ныҡышып, һаман шулай үреп мәшәҡәтләнмәгәндәр, ә арҡыры үрә башлағандар. Ана, ни тиклем үрелгән...
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.