

Гастроэнтеролог Екатерина Кашух өлкәндәрҙең рационында мотлаҡ булырға тейешле витаминлы аҙыҡ-түлек тураһында һөйләгән.
Белгес һүҙҙәренсә, оло кешегә С витаминының тәүлек нормаһын тултырыу өсөн бер стакан гөлйемеш (әлморон) төнәтмәһе (сәйе) эсеү ҙә етә.
100 г гөлйемеш емешендә 426 мг аскорбин кислотаһы бар. Сәләмәт булыуы өсөн ололарға 100 г ошо витамин кәрәк. С витаминының файҙаһы һәм мөһимлеге тураһында яҙып тороу артыҡ – был турала һәр кем белә.
Тағы бер аҙыҡ-түлек – ҡабаҡ. Унда ла минерал һәм витаминдар күп.
“Ҡабаҡ – А витаминына бай. Был витамин иһә күҙҙәргә, ҡалҡан биҙенең сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай. Ҡабаҡта йөрәккә файҙалы калий, магний ҙа күп”, – ти табип.
Фото: vk.com