Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Октябрь 2023, 09:50

Башҡортостандан яңы сенатор

Благовещен районы хакимиәтенең элекке башлығы Олег Голов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙан яңы сенатор итеп билдәләнде.

Башҡортостандан яңы сенаторБашҡортостандан яңы сенатор
Башҡортостандан яңы сенатор

 

БР Дәүләт Йыйылышы  -Ҡоролтай депутаттары бөгөн етенсе саҡырылыштың беренсе пленар ултырышында Олег Головтың кандидатураһын хупланы һәм уға Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтайҙан  Федерация Советы ағзаһы вәкәләттәрен тапшырҙы. Федерация Советында ул 2018 йылдан эшләгән Ирек Ялаловты алмаштыра.

Олег Голов 1972 йылда Стәрлетамаҡта тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған, педагогия фәндәре кандидаты. 2016-2019 йылдарҙа — Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы етәксеһе. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе ярҙамсыһы, һуңынан Благовещен районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары булып эшләй. 2019 йылдың сентябренән район хакимиәтенә етәкселек итте.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас