

Кискеһен М-5 "Урал" автомобиль юлының 1510-сы саҡрымында Силәбе өлкәһенән 48 йәшлек ир "Mitsubishi Fuso Canter" йөк машинаһында китеп барғанда юлда ятҡан мышыны тапай, шунан һуң ҡаршы килгән "Shacman" самосвалы менән бәрелешә, ә "Shacman" үҙ сиратында "Sitrak" йөк машинаһына барып һуғыла. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә "Mitsubishi"ның 57 йәшлек пассажиры алған йәрәхәттәрҙән ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе ваҡиға урынында вафат була. Шул уҡ транспорт сараһы водителе күп төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Был факт буйынса тикшереү бара.
Фото: БР ЮХХДИ.