Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Октябрь 2023, 15:30

Яңауылда газ шартлаған

Киске сәғәт һигеҙҙә Яңауылда Ленин урамындағы биш ҡатлы күп фатирлы йорттоң 5-се ҡатында фатирҙа газ шартлап,  өс пластик тәҙрә ҡойолоп төшкән, ишек, бер стена емерелгән. Шулай уҡ ике күрше фатирҙа ла тимер ишектәр йәмшәйгән.

Яңауылда газ шартлағанЯңауылда газ шартлаған
Яңауылда газ шартлаған

Газ шартлауҙан зыян күргән ир Яңауыл үҙәк район дауаханаһының ҡабул итеү бүлмәһенә бик ауыр хәлдә оҙатыла. Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 8 кеше, 3 берәмек техника эшләй. Фажиғә сәбәбе асыҡлана.

Фото: МЧС РБ.

Яңауылда газ шартлаған
Яңауылда газ шартлаған
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас