

"Объединяя укрепляем 3.0" тип аталған был сараға сит илдән дә делегаттар килде. Барлығы 200 кеше йыйылды.Бик күп проект гранттар отто.
Төрлө майҙансыҡта ҡыҙыҡлы һәм мөһим темалар ҡаралды.
Башҡортостандан эксперт булараҡ Урал Кәримов "Предводители публичной дипломатии" йүнәлешен етәкләне. Ул Таможня берлегендә ағза булған сит илдәргә ҡағылышлы мәсьәлә темаһы буйынса мәҙәни-гуманитар бәйләнешкә арналды.
Йәштәр дүрт көн дауамында эшләне. Әйткәндәй, яҡташыбыҙ, Баймаҡ егете Урал Мөьминов ХМАО вәкиле булараҡ грант отто, проекты йәш тикшеренеүселәр темаһына ине.
Фото: vk.com