Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Октябрь 2023, 11:00

Башҡортостан аграрийҙары делегацияһы "Алтын көҙ-2023" күргәҙмәһендә эш башланы

"Алтын көҙ-2023" 25-се Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе Мәскәүҙә 4-7 октябрҙә уҙасаҡ. Беҙҙең делегацияны вице-премьер - республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов етәкләне. Эшлекле төркөмгә ауыл хужалығы тармағы предприятиелары, фермер хужалыҡтары, кооперативтары етәкселәре, район хакимиәте башлыҡтары һәм белгестәре, аграр фәнни-белем биреү ойошмаларынан вәкилдәр ингән.  

Башҡортостан аграрийҙары делегацияһы "Алтын көҙ-2023" күргәҙмәһендә эш башланыБашҡортостан аграрийҙары делегацияһы "Алтын көҙ-2023" күргәҙмәһендә эш башланы
Башҡортостан аграрийҙары делегацияһы "Алтын көҙ-2023" күргәҙмәһендә эш башланы

 Күргәҙмәнең төп темаһы тип аграр фәнде һәм белем биреүҙе үҫтереү алынғас уны Рәсәй дәүләт аграр университетында - К.А.Тимирязев исемендәге Мәскәү ауыл хужалығы академияһында) уҙғаралар. Унда беҙҙекеләр һөт, ит ризыҡтарын, тере ҡара урман бал ҡорттары менән умарта күрһәтәләр. 

Агрофорумда ҙур эшлекле программа үткәреү ҡаралған. Унда киләсәккә инвестициялар тип аграр белем биреү, АПК-ға яңы кадрҙар тигән темаға һөйләшәсәктәр, йәштәргә фестиваль, креатив агросессиялар, инвестсессиялар уҙасаҡ. Бөгөн старт алған өлкә "түңәрәк өҫтәл"дәрендә Башҡортостан вәкилдәре әүҙем ҡатнаша. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас