***
Уятмайым әле иртә таңдан, Балаҡайым бер аҙ йоҡлаһын. Бәлештәрем алып усағымдан, Әҙерләйем әле ит, майын. Оло юлға кистән әҙер инде, Әйберҙәре төйнәп ҡуйылған. Ҡасан ғына тағы ҡайтыр икән, Уларҙыңда эше муйындан... Ҡайтыр әле, бары һау сәләмәт, Иҫән генә булһын балалар. Теләктәрен теләп әсәләр Моңһоу баҫып оҙатып ҡалалар. Әсә һәм ул, ошо ябай һүҙҙәр Текәлгәндәр күҙгә тик күҙҙәр, Улы тағы яңы тормош башлар, Атһын ғына алда яҡты таңдар...
Нурия Зәйнуллина