

Сәрмән-Амангилде-Баймаҡ автомобиль юлында юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре "ВАЗ-2110" автомобиле водителенә документтарҙы тикшереү өсөн туҡтарға тип яҡтылыҡ-тауыш сигналдары бирә. Әммә руль артындағы ир хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың законлы талаптарын үтәмәй һәм тиҙлекте арттырып, ҡасырға маташа.
Һауаға иҫкәртеп атҡандан һуң юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең береһе транспорт сараһының тәгәрмәстәренә ут аса. Шунан һуң ғына водитель тиҙлекте кәметеп, юлдан ситкә сығып туҡтай. Руль артындағы 27 йәшлек ир бер ҡасан да водитель таныҡлығы алмаған, етмәһә, тейешле тәртиптә теркәлмәгән автомобиль менән идара иткән. Ир машинаны ҡулдан һатып алыуын һәм ваҡытында иҫәпкә ҡуймауын таный. Барлыҡ асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса автоинспекторҙар был гражданға ҡарата бер нисә административ протокол төҙөгән. Уның транспорты махсус туҡталҡаға ҡуйылған.
Фото: БР ЮХХДИ.

